«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған концерт тәҡдим итә

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған концерт тәҡдим итә

8 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған концерт менән сығыш яһай.

Тамашасыларға ансамбль — «Башҡорт балы» бейеүе –премьераһын тәҡдим итәсәк.

Концертта «Бер ғаиләлә», «Илкәйем», «Салауат мираҫы», «Раз вечор», «Өлгөр» бейеүҙәре сәхнәнән күрһәтеләсәк. Концертта төп балет труппаһы менән бер рәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары ла бейейәсәк.

Ижади коллективтың репертуары йылдан-йыл камиллаша бара. Әлеге көндә 150-тән ашыу номер иҫәпләнә. Милли сәнғәт өлгөләрен һаҡлау, уның ни тиклем бай үҙенсәлекле булыуын раҫлау - коллективтың төп йүнәлеше. 

"Мираҫ" ансамбленең бер юлы йыры ла, бейеүе лә, оркестры ла бар, шуға уны тамашасы үҙ итә. Һәр сығыш - үҙе бер театр тамашаһы. Төрлө халыҡтар телендә йыр, бейеү композицияларын туплаған коллектив Башҡортостаныбыҙ күп милләтле ил булыуын күрһәтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb