«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солистары Санкт-Петербургта үтәсәк халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһай

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солистары Санкт-Петербургта  үтәсәк  халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһай

Санкт-Петербургта 26-27 сентябрҙә «Добровидение – 2018» III Халыҡ-ара халыҡ йыры фестивале уҙғарыла.

Фестивалдең ойоштороусылары – Дәүләт Думаһы депутаттары Валентина Терешкова, Сергей Миронов, Рәсәй этнография музейы директоры Владимир Грусман, Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты ректоры Александр Тургаев.

Башҡортостан Республикаһынан «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солистары Рәфис Сирусин, Зәлиә Ғәниәтуллина, Юнир Һағынбаев һәм Әлфиә Заһииҙуллина сығыш яһай.

Сара Рәсәй этнография музейы майҙансығында ҡатнашыусыларҙың соло программаларын күрһәтеүҙән башлана, 27 сентябрҙә «Октябрьский» ҙур концерт залында Гала-концерт менән тамамланасаҡ.

Фестивалдә Грузия, Армения, Ҡаҙағстан, Украина, Белоруссия, Азербайжандан, Латвия, Молдавия һәм Рәсәйҙән 50-нән ашыу коллектив һәм артист ҡатнаша.

Фестивалдең маҡсаты- халыҡ йыр мәҙәниәтен һәм музыкаль ижадын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, шулай уҡ традицион ҡиммәттәрҙе пропагандалау.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb