Мишкә районында башҡорт драматургы Флорид Бүләковтың 70 йыллыҡ юбилейына арналған байрам саралары үтте

Мишкә районында башҡорт драматургы Флорид Бүләковтың 70 йыллыҡ юбилейына арналған байрам саралары үтте

Мишкә районында башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мишкә районының Почетлы гражданины Флорид Бүләковтың 70 йыллыҡ юбилейына арналған байрам саралар үтте.
Драматург Флорид Бүләковтың юбилей саралары сиктәрендә районда уҡыусылар араһында Флорид Бүләков исемендәге конкурс, район китапханаһында драматургтың ижадынан күргәҙмә, Бүләков уҡыуҙары, Флорид Бүләков исемен йөрөткән 1-се һанлы Лицейҙа крайҙы өйрәнеү музейын асыу, район мәҙәниәт йортонда Флорид Бүләковҡа арналған хәтер кисәһе ойошторолдо.

Был көндө мәртәбәле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы сараның әһәмиәтлеген күтәрҙе, уның бәҫен бермә-бер арттырҙы. Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар Союзы рәйесе Әлибаев Зәки Арыҫлан улы, башҡорт драматург, прозаик, шағир Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы, башҡорт шағирәһе, журналист, тәржемәсе Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы, Бөрө район-ара берләшмәһе башҡорт ҡоролтайы рәйесе Ғәниев Винер Вәлиәхмәт улы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығынан Ҡолһарина Әлфиә Фәрғәт ҡыҙы һәм Кашапов Заһир Наҡый улы бар сараларҙа ла ҡатнашып Флорид Бүләков тураһында хәтирәләре менән бүлештеләр.

Юбилей саралары Флорид Бүләков исемен йөрөткән 1-се һанлы Лицейҙа музей асыу менән башланып китте. Музейҙың күп экспонаттары драматургтың тормош юлы һәм ижадына арналған. Бында Флорид Бүләковтың әҫәрҙәре, афишалар, ғаилә архивынан фотолар, уның наградалары, баян, портфель, сәғәт һәм башҡа әйберҙәр урын алған.
Район китапханаһында Бүләков уҡыуҙары уҙғарылды. Флорид Бүләковтың әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны, тормош юлы һәм ижадына байҡау яһалды. Уҡыусылар араһында уҙғарылған Флорид Бүләков исемендәге конкурсҡа йомғаҡ эшләнде, еңеүселәрҙе тәбрикләү ойошторолдо. Башҡорт шағирәһе Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы һәм драматург Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы Флорид Бүләков менән бәйләнгән хәтирәләре менән бүлештеләр.

Байрам саралары район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сценарий буйынса йәш яҙыусы бөйөк драматургтың хәтирәләрен, көндәлеген уҡып уның күңел торошон белергә тырыша. Тамашасылар хөкөмөнә Флорид Бүләковтың спектаклдәренән өҙөктәр тәҡдим ителде. Сара йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb