Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Миҙхәт Закир улы Шакировтың 100 йыллығына арналған тантаналы ултырыш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 01 ноябрь 2016
Миҙхәт Закир улы Шакировтың 100 йыллығына арналған тантаналы ултырыш
Кисә, 31 октябрь көнө, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Миҙхәт Закир улы Шакировтың 100 йыллығына арналған тантаналы ултырыш үтте.
1969-87-се йылдарҙа Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы, республика ғына түгел, тотош Рәсәй өсөн әһәмиәтле нефть һәм газ үткәргестәр төҙөүгә тос өлөш индергән етәксе, төбәк ҡоролошона быуындарға етәрлек ныҡлы нигеҙ һалыусы идарасы - Миҙхәт Закир улы Шакировтың тыуыуына 100 йыллығын билдәләйбеҙ.
Күптән түгел Миҙхәт Закир улы Шакировтың 100 йыллығын билдәләү сиктәрендә дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә арналған «Башҡортостан тарихы: үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге” исеме аҫтында фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Бынан тыш, мәҙәниәт учреждениеларында тематик күргәҙмәләр һәм кисәләр үткәрелде.
Сараға республикабыҙҙың билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Миҙхәт Закир улының замандаштары, туғандары йыйылғайны.
Республика башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов эстәлекле , бай мәғлүмәтле доклад менән сығыш яһаны. Башҡортостандың индустриаль үҫешен ойоштороусы, энергетик хужалығына нигеҙ һалыусы шәхес үҙ ваҡытын күпкә уҙып быуаттарға етәрлек эҙ ҡалдырған. Ул төҙөткән заводтар, нефть һәм газ үткәргестәр әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә.
Дәүләт эшмәкәре ауыл хужалығына ла етди иғтибар бүлә. Уның идара итеү осоронда социалистик йөкләмәләр күпкә арттырып үтәлә. Ауыл хужалығы тауарҙары, ашлыҡ етештереү һәм һатыу бермә-бер арта. Был ҡаҙаныштары өсөн Миҙхәт Шакировҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Тиҙҙән Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер барлыҡҡа киләсәк, дәүләт эшмәкәренә арналған “Шакиров беренсе обком секретары”исемле китап нәшер ителгән.
Тантаналы ултырыш байрам концерты менән тамамланды.
Өлкән быуын кешеләре баш ҡалала тыуып үҫеп үҙ төйәген үҫтереүгә бар ғүмерен бағышлаған, яуаплы һәм талапсан етәксене яҡшы хәтерләй. Миҙхәт Закир улының тормошо, эш итеү алымдары, хеҙмәт юлы күптәребеҙгә өлгө.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө