Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе үтте

Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе үтте

18 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйруллина үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙына Республика Хөкүмәте исеменән ҡотлау сәләмен тапшырҙы, Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләне.

“Һеҙ бөгөн дә рухиәтебеҙҙе байытыу, үҫтереү өсөн бар көсөгөҙҙө һалаһығыҙ, тәбиғәтегеҙҙән бөркөлөп торған йәшәү дәрте, маҡсатҡа ынтылыш күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Башҡорт театры сәнғәте үҫешенә оло өлөш индерәһегеҙ” - тип Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡованың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

Юбилярҙы шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты Әхтәм Әхәт улы Абушахманов, Салауат районы администрацияһының эштәр менән идара итеүсеһе Гүзәл Сулпан ҡыҙы Сафиуллина, республика театрҙарынан коллегалары, яҡын дуҫтары, яҡташтары һәм туғандары ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ юбилярҙы Радио һәм телевидение вәкилдәре лә ҡотланы.

Был көндө юбиляр ҡатнашлығында “Әбейүшкә@түщка.ru” заманса комедияһы күрһәтелде, Миңзәлә Хәйруллина спектаклдә Бибисара ҡарсыҡ ролен башҡарҙы.

Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы ла ғүмеренең матур миҙгелен уны ижадсы итеп татынтҡан туған театры сәхнәһендә яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм тамашасылары менән бергә ҡаршыланы. Матур гөлләмәләр, иң изге теләктәр, ҡайнар хистәр һәм дә мөхәббәт һүҙҙәре бары тик Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙына бағышланды...

Тамаша залында оҙаҡ ҡына алҡыштар тынманы, был ихлас кисә юмор, йылмайыуҙар һәм йылы һүҙҙәр менән тулы ине. Туған коллективы юбилярға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яңы ролдәр теләне. Юбилейығыҙ менән, Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы! Тағы ла оҙаҡ йылдар халыҡ һөйөүе һеҙҙе оҙатып барһын, тамашасыларығыҙҙың ҡайнар алҡыштары һеҙҙең ижадығыҙҙы ҡеүәтләһен!

Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе үтте
Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе үтте
Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb