Миәкә районынында Рәсәй Президенты грантына башҡарылған “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” саралары үтте

Миәкә районынында  Рәсәй Президенты грантына башҡарылған “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” саралары үтте

Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылының урта мәктәбендә һәм Илсеғол ауылындағы башҡорт гимназияһында Рәсәй Президенты грантына башҡарылған “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” саралары үтте.

Йәйге лагерҙарҙа ял итеүсе балалар менән осрашыуға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, уның урынбаҫары, шағир Рәшит Зәйнуллин, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы һәм журналист Рәсүл Сәғитов килде. Улар балаларға әҙәбиәт, журналистика тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе, туған телеңдә һөйләшеү, халҡыңдың тарихын ни өсөн белеү кәрәклеге тураһында һөйләне.

Был осрашыуҙарҙа балалар ғына түгел, хатта уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Йәш таланттар үҙҙәренең ижад өлгөһө менән таныштырҙы – Ҡаран-Ҡуңҡаҫта Диана Әсфәндиарова, Гөлназ Әкбәрова, Гөлназ Мырҙаҡаева, Айгөл Ғирфанова, Азалия Әкбәрова, Илсеғолда иһә Ғәлиә Шәйәхмәтова шиғырҙарын тасури итеп уҡып ишеттерҙе.

“Уҡытыусы һәр баланы тормошҡа әҙерләргә, уға дөрөҫ юл табырға ярҙам итергә тейеш. Уларҙы бөгөндән һеҙ был ерҙең буласаҡ хужаһы тип үҫтереү зарур. Бында үҫкән йәш быуындың Аҡмулла вариҫы икәндәрен оноторға хаҡы юҡ”, – тине Зәки Арыҫлан улы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb