М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Театр төнө"нә ҡунаҡҡа көтә

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Театр төнө"нә ҡунаҡҡа көтә

Башҡортостан Республикаһының М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 12 сентябрҙә "Театр төнө"нә ҡунаҡҡа көтә. 19.00 сәғәттә театрҙың Ҙур залында Григорий Горин пьесаһы буйынса ҡуйылған "Чума на оба ваши дома" (16+) күрһәтеләсәк. Был тамаша сәхнәлә 125-се тапҡыр уйналасаҡ. 19.00 сәғәттә театрҙың Бәләкәй залында Т.Миңнулин пьесаһы буйынса "Диләфрүзгә дүрт кейәү" (12+) спектакле ҡуйыласаҡ. Артистар был пьеса менән сәхнәгә 135-се тапҡыр сығасаҡ. 20.00 сәғәттә 1-се Репетициялар залында Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы Ольга Мусина режиссура буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк. Спектаклдәргә инеү билеттар буйынса, оҫталыҡ дәресенә – саҡырыу менән. Билеттарҙы һәм саҡырыуҙы театр кассаһында алып була, телефоны 286-59-05. Милли йәштәр театрының тағы ла бер акцияһы: 12 һәм 13 сентябрҙә бөтә спектаклдәргә билеттарҙы ярты хаҡҡа алып була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb