Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Барбос йәки яңы йыл кроссы” тамашаһын тәҡдим итә

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Барбос йәки яңы йыл кроссы” тамашаһын тәҡдим итә

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры  балаларға  үҙенсәлекле яңы йыл тамашаһы тәҡдим итә.  Спекталь детектив тарихы ти аталһа ла, йыр-моң,  йомаҡтар,  күңеле мәлдәр менән  үрелеп бара.

Тамашаның төп  геройы Барбос ҡушаматлы  хужаһыҙ урам эте. Уның күңелендә тыуған ҡалаһында тәртип урынлаштырыу,  енәйәтселәрҙән арындырыу, кешеләргән матурлыҡ бүләк итеү кеүек матур, эскерһеҙ хыялдар йәшәй. Ә яңы йыл алдынан бөтә уй-ниәттәр тормошҡа аша, бигерәк тә йылдың хужаһы эт үҙе булғанда.
Әлбиттә, бер яңы йыл тамашаһын да Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.  Был  юлы енәйтселәр төркөмө  балаларға тип әҙерләнгән бүләктәр тоғон да, хатта,  тун менән таяҡты ла талап ҡасты. Тик Ҡыш бабайһыҙ был әйберҙәр ҡоро  йөк кенә, уларҙың тылсымы, мөғжизә  юғала.

Әкиәт һәр ваҡыттағыса яҡшы тамамлана, бурҙар ҡулға алына, Барбос полиция  эте булып китә, ә Ҡыш бабай үҙен көткән балаларға юллана.  Берҙәмлек, дуҫлыҡ  яуыз көстәрҙе еңә!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb