Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында спектакль әҙерләнә

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында спектакль әҙерләнә

14 декабрь –Башҡорт теле көнөнә ҡарата Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында XIX быуаттың иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында спектакль әҙерләнә. Театрҙа әлеге мәлдә репетициялар бик әүҙем бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 14 декабрҙә башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында башҡорт теле Көнө билдәләнә. Байрам бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған.

Милли йәштәр театры сығарасаҡ спектакль мәғрифәтсенең тормошо һәм ижадын, иҫкермәҫ идеяларын сағылдырмаҡсы.

Спектакль өҫтөндә автор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композитор Вәсил Ғафаров, балетмейстер – Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлимә Әминова, рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов һәм ролдәрҙе башҡарасаҡ театр актерҙары эшләй.

Премьера – 14, 15 декабргә планлаштырылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb