Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Шундай тормош” спектакленең премьераһы үтте

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Шундай тормош” спектакленең премьераһы үтте

Кисә, йәғни 30 октябрь көнө Санкт-Петербург режиссеры Руслан Колоусов ҡуйылышында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Шулай йәшәйбеҙ” спектакленең премьераһы үтте.

Проект - Драматургия үҙәге һәм театрҙың берлектәге ижад емеше. Тамаша 5 башҡорт драматургы: Әлмирә Мөхәрәмова, Мөнир Ҡунафин, Марат Мөхлисов, Анна Ерошина, Ангизә Ишбулдина пьесаларына нигеҙләнгән.

Сюжет һыҙығында башҡорт ауылы тормошо һәм проблемалары. Спектакль-төпкөлдә йәшәүселәр тураһында, әҫәр ике телдә бара, сәхнәнән бер үк ваҡытта башҡорт һәм урыҫ телмәрен ишетергә мөмкин буласаҡ.

Спектаклдә ҡатнашалар: БР атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлин (Бабай), Салауат Юлдашбаев (Журналист), Гөлбина Сафуанова (Зуля), БР халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева (Бибинур апа), Любовь Никитина (Рая), Зөлфәр Әхмәтов (Толя), Хор – Ләйсән Минниғәлиева, БР атҡаҙанған артисы  Гөлшат Ғайсина, Алтынай Хамматова, Лилиә Исҡужина, Шәһит Хамматов.

Ҡуйыусы-рәссам: Светлана Тужикова,  композитор: Юлай Моратов.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb