Башҡортостан Республикаһының М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 33-сө ижад миҙгелендә көтөлгән төп ваҡиғаларҙы атаны. Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта премьералар өҫтөндә эш бара.
Октябрҙә Алексей Поярковтың пьесаһы буйынса «Һәр ваҡыт яңғыҙ» («Всегда один») спектакленең премьераһы көтөлә. Уны театр актрисаһы Эльвира Шрайнер ҡуя. Спектакль Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Андрей Шрайнерҙың юбилейына арнала.
Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһы буйынса «Атай» («Отец») спектакленең премьераһы 3,4 ноябргә билдәләнгән. Спектакль өҫтөндә Санкт-Петербургтан саҡырылған ҡуйыусы режиссер Денис Хөснийәров етәкселегендәге ижади төркөм эшләй. Ғаилә ҡиммәттәре тураһындағы спектакль «Кесе Ватан мәҙәниәте» – «Театрҙар – балаларға» федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
14-15 декабрҙә билдәле мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә ҡарата Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса «Сәсән ауазы» спектакле ҡуйыла, режиссеры - Рөстәм Хәкимов.
Декабрҙә ҡуйған «Һалҡын йөрәк» («Холодное сердце», Вильгельм Гауф) һәм «Оҙонғолаҡтың Яңы йыл мажаралары» (Лилиә Исҡужина) спектаклдәре Яңы йыл кәйефе бүләк итә.
Сентябрь башында театр Владикавказда (Төньяҡ Осетия - Алания Республикаһы) Рәсәй милли театрҙарының «Театр көҙө» дүртенсе фестивалендә ҡатнаша. Коллектив 6 сентябрҙә Евгений Вахтангов исемендәге Рус академия театры сәхнәһендә Александр Пушкиндың тарихи романы буйынса ҡуйылған «Капитан ҡыҙы» спектакле менән сығыш яһай.
25 сентябрҙә «ХУДСОВЕТ» төбәк-ара йәштәр театр фестивале программаһында Саранск ҡалаһында (Мордва Республикаһы) Мөсәлим Күлбаев ҡуйған «Республика ШКИД» (Григорий Белых, Л. Пантелеев) спектакле күрһәтеләсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: фестивалгә ебәрелгән 60 видеояҙманан 12 спектакль һайлап алынған.
24-29 октябрҙә Йошкар-Ола ҡалаһында (Марий Иле Республикаһы) үтәсәк «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн заманса пьеса» икенсе йәш тамашасылар театр фестивалендә коллектив «Хужа Насретдин мажаралары» спектакле (Леонид Соловьев, Виктор Виткович) менән ҡатнашасаҡ.
Ижади миҙгел ике спектакль менән асыла: 2 сентябрҙә - Григорий Служицтың «Сәүле көндәре» пьесаһы буйынса спектакль-квест (режиссеры - Мөсәлим Күлбаев), 3 сентябрҙә - Нил Саймондың пьесаһы буйынса «Яҙмыштың икенсе бүлеге» трагикомедияһы (режиссеры - Азат Нәҙерғолов).
Спектаклдәр киске сәғәт 6-ла башлана.
Билеттарҙы кассала һәм театрҙың сайтында һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин.