Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры балаларҙы иң яҡшы тамашаларына саҡыра

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры балаларҙы иң яҡшы тамашаларына саҡыра

Һәр ваҡыттағыса  Башҡортостан Республикаһының М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе һәм балаларҙы үҙенең иң яҡшы тамашалары менән ҡыуандыра.

Күптән түгел Гөлшат Ғайсина етәкселегендәге Балалар мюзиклы студияһы  Софья Прокофьеваның әкиәте буйынса “Лоскутик и облако” тигән мюзикл сәхнәләштерҙе. Лоскутик исемле ҡыйыу ҡыҙыҡай дуҫтары менән бергә батшалыҡты ҡомһоҙ һәм ҡурҡаҡ Фонтаниус исемле батшанан ҡотҡара. Был тамашаға театрҙың кассаһында бушлай керә торған билет алыу мөмкинселеге бар.

Йәйге каникул мәлендә йәш тамашасылар “Аладдин”, “Золушка”, “Пеппи Длинный чулок”, “Пес Барбос һәм фантастик кросс”, “Приключения Тома Сойера”, “Приключения обезьянки Бьянки”, “Сказка летнего леса”, “Царевна-лягушка”, “Щелкунчик”, “У ковчега в восемь”, “Цирк на поляне” әкиәттәрен ҡарай алалар.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb