Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Щелкунчик» һәм «Барбос исемле эт һәм яңы йыл кросы» тигән ике яңы йыл әкиәте әҙерләй.
Был спектаклдәр балалар театрҙарына булышлыҡ итеү һәм уларҙы йыһазландарыуҙы күҙ уңында тотҡан «Мәҙәниәтте һәм туризмды үҫтереү» федераль программаһы буйынса финанслана.
Режиссер Зиннур Сөләймәнов «Щелкунчик» спектакле өҫтөндә эш башлаған. Сәхнә әҫәренең нигеҙендә – Гофман әкиәтенең мотивтары буйынса Нина Соболеваның постановкаһы. Спектаклгә музыканы билдәле композитор Урал Иҙелбаев ижад итә, хореограф – Сулпан Асҡарова, ҡуйыусы рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов сәхнә биҙәлеше менән шөғөлләнәсәк.