Кисә, йәғни 30 октябрь көнө Санкт-Петербург режиссеры Руслан Колоусов ҡуйылышында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Шулай йәшәйбеҙ” спектакленең премьераһы үтте.
Проект - Драматургия үҙәге һәм театрҙың берлектәге ижад емеше. Тамаша 5 башҡорт драматургы: Әлмирә Мөхәрәмова, Мөнир Ҡунафин, Марат Мөхлисов, Анна Ерошина, Ангизә Ишбулдина пьесаларына нигеҙләнгән.
Сюжет һыҙығында башҡорт ауылы тормошо һәм проблемалары. Спектакль-төпкөлдә йәшәүселәр тураһында, әҫәр ике телдә бара, сәхнәнән бер үк ваҡытта башҡорт һәм урыҫ телмәрен ишетергә мөмкин буласаҡ.
Спектаклдә ҡатнашалар: БР атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлин (Бабай), Салауат Юлдашбаев (Журналист), Гөлбина Сафуанова (Зуля), БР халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева (Бибинур апа), Любовь Никитина (Рая), Зөлфәр Әхмәтов (Толя), Хор – Ләйсән Минниғәлиева, БР атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина, Алтынай Хамматова, Лилиә Исҡужина, Шәһит Хамматов.
Ҡуйыусы-рәссам: Светлана Тужикова, композитор: Юлай Моратов.