Мостай Кәрим һәм "Ете ҡыҙ" фонтаны посткроссерҙар өсөн открытҡаға эләкте

Мостай Кәрим һәм "Ете ҡыҙ" фонтаны посткроссерҙар өсөн открытҡаға эләкте

Башҡортостан филателистары йәмғиәте һәм Башҡортостандың Почта музейы посткроссерҙар - үҙ-ара почта аша открыткалар ебәреп аралашҡан төрлө ҡала һәм ил кешеләре өсөн махсус почта карточкаһын сығарҙылар. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

"Өфөнән сәләм" тигән яҙыуылы карточкала ҡаланың төрлө яҡтарында урынлашҡан скульптуралар урын алған. Улар араһында - Профсоюздар Йорто янындағы Мостай Кәрим һәйкәле, Ленин урамындағы "Ете ҡыҙ" фонтаны һәм Өфөнөң төрлө күренештәре менән тағы дүрт фотоһүрәт.

- Хәҙерге ваҡытта посткроссинг буйынса халыҡ-ара проектында ике йөҙ илдән ашыу энтузиастар ҡатнаша, - тип аңлаттылар почта ведомствоһында. - Электән алып Рәсәй иң күп ҡатнашыусылар һәм иң күп ебәрелгән открыткалар буйынса илдәр исемлегендә тәүгеләр рәтендә тора. Нимәһе ҡыуаныслы, Википедия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, посткроссингтың глобаль системаһының теркәүе буйынса Рәсәйҙең миллионсы открыткаһы почта теркәүен 2012 йылдың майында үткән һәм Өфөнән Тольяттиға ебәрелгән булған.

Рәсәй почтаһы посткроссерҙар хәрәкәтен киңәйтеп ебәреүҙә ҡатнаша, сөнки уны мәҙәни алмашыныуҙың бер өлөшө тип һанай. Бер нисә йыл Өфө һәм Стәрлетамаҡ почта бүлексәләре өсөн посткроссингҡа бағышланған махсус штемпелдәр рәсми әйләнешкә индерелгәйне.

Карточка авторҙары уйынса, посткроссерҙар өсөн Өфө һәм Башҡортостан күренештәре менән серия дауам итәсәк һәм ошо юл менән туған яғыбыҙҙың бик күп матурлыҡтары планетаның башҡа кешеләрен һөйөндөрәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb