“Башинформ” мәғлүмәт агенлығы хәбәр итеүенсә http://www.bashinform.ru/bash/960523/ , Өфөлә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар яҙҙырыла. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры проектты тормошҡа ашырыуға республика Башлығы грантын алды. Мостафа Сафа улының әҫәрҙәрен яҙҙырыу идеяһын театр директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин тәҡдим иткән.
Китапты яҙҙырыу өҫтөндә эште театр ошо йылдың икенсе кварталында башларға ниәтләй. 2019 йылда халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыу билдәләнә. Текстарҙы Йәштәр театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Ҡорбанғәлиев уҡый. Азат Йыһаншин фекеренсә, тап уның йомшаҡ тауышы Мостафа Сафа улы әҫәрҙәренең фекерен асып бирәсәк. Проект республикала һәм илдә Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен һаҡларға һәм популярлаштырырға ярҙам итәсәк. Аудиокитап айырыуса йәштәр араһында отошло алым, уны смартфон, флешка йәки плеерға күсереп тыңларға мөмкин буласаҡ.