Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре буйынса «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип аталған диск донъя күрҙе

Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре буйынса «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип аталған диск донъя күрҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  Өфөлә Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар донъя күрҙе. «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип аталған диск бөйөк шағир, прозаик һәм драматургтың 100 йыллығына Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты аҡсаһына сығарылды. Идея авторы һәм проект етәксеһе — Милли йәштәр театры директоры, танылған актер һәм режиссер Азат Йыһаншин.

Дискка «Әлфиә хикәйәләре» циклына берләштерелгән «Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?», «Сыйырсыҡ балаһы», «Ҡайын урманында», «Ҡыш бабай бәләкәй саҡта» ҡыҫҡа хикәйәләре һәм «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы тупланған. Хронометраж өс сәғәт тәшкил итә. Илгиз Кәримов тәржемәһендәге тексты Башҡортостандың халыҡ артисы, Йәштәр театры актеры Марат Ҡорбанғәлиев уҡый.

«Беҙ радиоспектакль юлынан китмәнек. Авторҙың төп ролен һыҙыҡ өҫтөнә алырға, ошо әҫәрҙәргә яҙыусы күҙлегенән ҡарарға тырыштыҡ», — ти театрҙың баш режиссеры Мәсәлим Күлбаев.

Актерҙың тауышы 12 йыл элек «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле өсөн яҙылған Ришат Сәғитовтың музыкаһы менән биҙәлгән. Музыканы Башҡортостан Милли симфоник оркестрының ҡыллы квинтеты һәм флейтасы Радик Динәхмәтов башҡара.

«Ҡайһы саҡта кешегә ябай ғына нәмәләр етмәй, иң ҡәҙерлеһе ситтә тороп ҡала, — ти Азат Йыһаншин. — Ҡайһы берҙә машинала барғанда креслола ултырған балаға ошондай проекттар етмәй. Тыңлаған саҡта башҡа мөхиткә барып эләгәһең һәм уны күҙ алдына килтерә башлайһың», — тип иҫәпләй Азат Йыһаншин.

Аудиокитаптарҙы Йәштәр театры спектаклдәре алдынан таратыу күҙаллана, китап магазиндарына ла һатыуға сығарылыр, моғайын. 200 дана тәшкил иткән төп тиражды һатҡандан һуң ойоштороусылар проектты интернетҡа һалырға ниәтләй.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb