«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 12 февралдә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләгән йылда уның тормошона һәм ижадына арналған «Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы» республика әҙәби-педагогик конкурсына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр билдәләнде.
Конкурсты ойоштороусы: «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы. Бәйгелә Башҡортостандың ҡала-райондарынан бөтәһе 135 уҡытыусы һәм 14 уҡыусы ҡатнашты.
Шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова заманса белем биреү технологиялары ҡулланылған иң яҡшы дәрес өлгөләре, кластан тыш саралар өсөн дипломдар, китаптар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
«Был — юбилей йылында мөһим сараларҙың береһе, сөнки конкурс уҡытыусы һөнәре менән бәйле. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы һеҙҙең эшегеҙҙә, хөрмәтле уҡытыусылар, ҙур ярҙамсы булып тора. Минең атайыма ла Уҡытыусы тормошонда төп ярҙамсы булды. Йәмғиәтебеҙҙең артабан нисек буласағы һеҙгә бәйле, — тине Әлфиә Мостай ҡыҙы. — Шуныһы ҡыуаныслы: был конкурста 150-гә яҡын кеше ҡатнашты, беҙ һәр кемде билдәләнек. Һеҙ – яҙыусы менән китап уҡыусы араһында бәйләүсе звено, ә уҡыусыбыҙ балалар баҡсаһында, мәктәптә тәрбиә ала башлай. Уҡыусыла китапҡа һөйөү уянһын өсөн дәресте ҡыҙыҡлы итеп үткәреү, төрлө алымдар ҡулланыу мөһим. Конкурс эштәрен ҡарағанда уҡытыуҙың көтөлмәгән методикаларын таптым, Мостай Кәрим әҫәрҙәрен яңыса уҡыуҙарын астым».