Мостай Кәримдең «Өс таған» фильмының премьераһы 2019 йылда көтөлә

Мостай Кәримдең «Өс таған» фильмының премьераһы 2019 йылда көтөлә

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Өфөлә Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса фильм төшөрөү тамамланған.

Фильмдың төп өлөшө йәйгеһен Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлдө, унда әҫәрҙә һүрәтләнгән Бөркөтлө ауылы барлыҡҡа килтерелде. Ҡалған кадрҙар декабрҙә төшөрөлөп бөттө.

Режиссер һүҙҙәренсә, төшөрөү процесында иң ауыры хайуандар менән бәйле сәхнәләр булған. Фильмға музыканы Камил Абдуллин яҙа, Айнур Асҡаров уның менән күптән хеҙмәттәшлек итә.

«Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмы Башҡортостандың Мәғариф министрлығы башланғысы буйынса төшөрөлә. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләүгә арналған. Фильм төшөрөү өҫтөндә «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы һәм «Асҡарфильм» студияһы менән берлектә «Башҡортостан» киностудияһы эшләй. Премьера 2019 йылда көтөлә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb