Моңло тауышы менән күптәрҙең һөйөүен яулаған йырсы Марсель Ҡотоев яңы программа тәҡдим итә

Моңло тауышы менән күптәрҙең һөйөүен яулаған йырсы Марсель Ҡотоев яңы программа тәҡдим итә

14 декабрь үҙенең урғылып, ташып торған моңло тауышы менән күптәрҙең һөйөүен яулаған йырсы, бихисап халыҡ-ара һәм республика конкурстары еңеүсеһе, «М.Э.Т.Р.» («Карауан») эстрада төркөмө солисы Марсель Ҡотоев тамашасы хөкүменә яңы программаһын тәҡдим итә. Үҙенсәлекле сценарийға ҡоролған «Төштәге йыр» исемле мажаралы үә хикмәтле тамашала һеҙҙе илһамлы, тере тауышҡа башҡарылған йырҙар, хис-тойғоларға тулы атмосфера һәм күтәренке кәйеф көтә. Шулай уҡ, Марсель үҙе ижад иткән «М.Э.Т.Р.» («Карауан») эстрада төркөмө солистары Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамаҙанов, Эльмир Әбүбәкировтың сығыштары кисәнең сағыу бер өлөшө булып торор.

Йырсының талантын һөйөүселәр, ижадын күҙәтеп барыусылар, 14 декабрь филармонияның Ҙур залында һеҙҙе Марсель Ҡотоевтың «Төштәге йыр»ын бергәләп тыңларға саҡырабыҙ! Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb