М.С.Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына тәүге имтихандар башланды

М.С.Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына тәүге имтихандар башланды

Бөгөн, 4 июль көнө, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәй дәүләт академия Бәләкәй театры янындағы М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының (институт) махсус курсына уҡырға инеү имтихандарының беренсе көнө.

Ҡабул итеү комиссияһында Мәскәүҙән уҡытыусылар: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, доцент Дмитрий Кознов, театр һәм кино актеры, фехтование буйынса тренер Борис Домнин, театр һәм кино актеры, актер оҫталығы буйынса уҡытыусы Дмитрий Зеничев, театр һәм кино актрисаһы Аля Кизилова 60  яҡын баланы баһаланы.

14 абитуриент ҡына Мәскәү ҡалаһында бушлай уҡыясаҡ. Актер һөнәрен һайларға теләүселәр республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән. Йыл әйләнәһенә театр артистары Башҡортостандың төрлө төбәктәре сығарылыш уҡыусылары менән ижади осрашыуҙар ойошторған.

Йола булараҡ, театраль уҡыу йорттары башҡаларға ҡарағанда ҡабул итеү имтихандарын алдараҡ башлай. Быйыл да М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының (институт) махсус башҡорт студияһына уҡырға ингән балаларҙың исемлеге 7 июлдә  билдәле буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb