М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында уҡырға теләүселәр иғтибарына

М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында уҡырға теләүселәр иғтибарына

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙең М.С. Щепкин исемендәге театр училищеһына «Актерлыҡ сәнғәте» һөнәре буйынса уҡыу өсөн студенттар ҡабул ителә.

Уҡырға инеү өсөн һайлап алыу конкурсына документтарын тапшырған егет һәм ҡыҙҙар өсөн «Актер сәнғәте», «Драма театры һәм кино актеры» һөнәрҙәре буйынса ижади консультациялар уҙғара. Консультациялар 2017 йылдың 23 июненән 3 июленә ҡәҙәр. Консультацияларҙың датаһы һәм сәғәтен билдәләү өсөн (347) 235-78-16, (347) 233-59-00 (Рәшитова Маргарита Иршат ҡыҙы) телефондарына шылтыратырға кәрәк.

Билдәле актер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә,  ижади йәштәр өсөн яҡшы мөмкинлек, сөнки был махсус курс — конкурсты үткәндәр илдең иң яҡшы театр институттарының береһендә бөтөнләй бушҡа уҡыу мөмкинлеге ала.

Хөрмәтулла Үтәшев Башҡорт драма театрында Щепкин исемендәге театр училищеһына һуңғы махсус курстың 2002 йылда ойошторолоуын иҫкә төшөрҙө. Хәҙер ошо курсты тамамлаусылар — билдәле сәхнә оҫталары: Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Ирада Фазлаева, Милена Сираева, Артур Ҡунаҡбаев, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Фәнис Рәхмәтов, Ринат Баймырҙин, Урал Әминев, Юнир Ҡоланбаев, Артур Кәбиров.

«Бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!», — ти йәштәргә Хөрмәтулла Үтәшев. Бының өсөн хатта Мәскәүгә лә барырға кәрәкмәй, баш ҡала профессорҙары үҙҙәре Өфөгә килеп, имтихан аласаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb