Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.
Ғафури район биләмәһендә өс - Красноусолда тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Еҙем-Ҡаранда Мәжит Ғафуриҙың, Ҡаранйылғала Жәлил Кейекбаевтың Йорт-музейҙары эшләп килә. Бынан тыш, ведомство һәм мәктәп музейҙары ла бар.
Яҙмабыҙ район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хаҡында. Бөгөнгө көндә музей менән Айгөл Кинйәбаева етәкселек итә. Музей райондың тарихын сағылдырған, тәбиғи, этнографик (ретро-мөйөш) ҡомартҡылар (экспонаттар), фотоһүрәттәр менән байытылған өс бүлектән тора. Төп фондта 4730 экспонат иҫәпләнә. Ғилми-ярҙамсы фондта 427 предмет һәм 200 экспонат бар. Музей мөдире әйтеүенсә, улар араһында иң ҡиммәтлеһе – быяла заводы менән бәйле экспонаттар. Айырыуса мауыҡтырғыс булғандары – беҙҙең эраға тик-лем IV-VIII быуаттарҙа Ҡара Абыҙ яуынан һуң һәм Блюхер, Калмыков етәкселегендәге ғәскәрҙәрҙең беҙҙең ерлектә табылған һуғыш ҡоралдары, боронғо туҡыу станогы, кәрәсин лампаһы, киркә, ураҡ, башҡа төрлө эш ҡоралдары һәм башҡалар – быларҙың барыһында ла тарих һаҡлана.
Музей бигүк ҙур булмаған бүлмәлә урынлашыуға ҡарамаҫтан, бында тематик күргәҙмәләр, саралар үткәрелеп тора. Мөдир шулай уҡ ҡомартҡыларҙы урынлаштырыу өсөн кәштәләр етешмәүен дә әйтеп үтте. Һәр йылдағыса бы-йыл да 19 майҙа район мәҙәниәт һарайында "Музейҙар төнө” сараһы уҙғарыласағы һәм унда һәр кемдең ҡатнашыу теләген еткерҙе.
Барлыҡ музей хеҙмәткәрҙәрен Халыҡ-ара музейҙар көнө менән ҡотлап, ошо тарихи усаҡты һүрелтмәй, киләһе быуынға еткереүҙәрен, артабан да ижади үрҙәр юлдаш булыуын теләйбеҙ. Экспонаттарығыҙ байып, музейға килеүселәр һаны артып торһон.
Сығанаҡ: http://tabin.ru/mezeniet_ezebiet/3707-muzey-tarihty-alausy-usa.html