Быйыл “Музейҙар төнө” акцияһы 21 майҙа үтә, ул Кино йылына арнала. Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала 100-ләгән дәүләт, муниципаль һәм шәхси музей-галереялар халыҡ өсөн үҙ ишектәрен аса. Ҡунаҡтарға бай тамаша әҙерләнә. Яңы күргәҙмәләр асыла, интерактив экскурсиялар ойошторола, шулай уҡ ҡыҙыҡлы уйындар, әҙәби кисәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралаған. Өфөлә акция 13 майҙансыҡта ойошторола. Ҡала халҡына музейҙар буйлап йөрөргә уңайлы булһын өсөн түләүһеҙ автобус хәрәкәт итәсәк.Музей ҡунаҡтары өсөн башҡа үҙенсәлекле саралар ҙа ҡаралған.
Әйткәндәй, музейҙар төнө беренсе тапҡыр 1999 йылда Францияла үтә. Был акцияны илдең Мәҙәниәт һәм коммуникациялар министрлығы 18 майҙа, Халыҡ-ара музейҙар көнөндә, билдәләргә тәҡдим итә. Тәүҙә ул «Музейҙа төн» тип аталған була, һуңынан «Музейҙар төнө» тип үҙгәртелә. “Музейҙар төнө” акцияһы Башҡортостанда алтынсы тапҡыр ойошторола.