Музыкаль солянка “ҠЫШҠЫ КӘЙЕФ”

Музыкаль солянка “ҠЫШҠЫ КӘЙЕФ”
Ҡыш — бар донъя ап-аҡ хәтфәгә ҡапланған, яҡты, күңелдәрҙе елкендерерлек мөғжизәгә күмелгән осор.
Тап шундай йөрәктәр ашҡынып, хистәр даръяһы урғылып ташҡан миҙгелдә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармо-нияһы яратҡан тамашасылары өсөн моңло, мөғжизәле бүләк әҙерләгән - “ҠЫШҠЫ КӘЙЕФ” солянкаһын.

 Һеҙ яратҡан йырҙарҙан, сағыу сығыштар, дәртле бейеүҙәрҙән торған концертта Нәзифә ҠАДЫРОВА, Ғәли АЛТЫНБАЕВ, Вәхит ХЫЗЫРОВ, Фәдис ҒӘНИЕВ, Әлфиә ЮЛСУРИНА, Римма АМАНГИЛДИНА, Айгөл ҺАҒЫНБАЕВ, Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ, Лилиә ИШЕМЙӘРОВА, Хәлит ФАТЫХОВ, Азат БИКСУРИН, Эльмир ӘБҮБӘКИРОВ, Нәсимә һәм Азамат ТИМЕРОВТАР, Марсель ҠОТОЕВ, Тимур РАМАҘАНОВ, Дамира СӘЙЕТОВА, Айгөл ҒАБДУЛЛИНА, Рәмил ХАЖИЕВ, Радик ВӘЛМӨХӘМӘТОВ, Айҙар һәм Алмаз ЙОНОСОВТАР, Рушан БИКТИМЕРОВ, Артур ТУҠТАҒОЛОВ, Миңзифа ИСҠУЖИНА, Әлфиә ЗАҺИҘУЛЛИНА, Сәйҙә ИЛЬЯСОВА, Фларида ИРКИНА, Әлиә ИСҠУЖИНА һәм башҡа башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары ҡатнаша.

Иң шәп, иң күңелле «ҠЫШҠЫ КӘЙЕФ» һеҙгә бүләккә, тамашасыбыҙ!

Иң моңло солянканы ҡулдан ысҡындырмағыҙ!

Тамашаларға рәхим итегеҙ!

Х. Әхмәтов исемендәге
Башҡорт Дәүләт Филармонияһы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb