Иртәгә, 26 ғинуар көнө, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме «ҡашмау»ға арналған ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк.
Ғилми-ғәмәли конференцияның төп темаһы — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемендә ҡашмау, һаҡлау һәм үҫтереү йолалары, заманса реконструкциялар.
Сарала «М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейы йыйылмаһында башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте коллекцияһы», «Ҡашмау — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме: конструкция, биҙәү үҙенсәлектәре һәм кейеп йөрөү ысулдары» темаларына докладтар тәҡдим ителәсәк.