Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары М.В.Нестеров исемендәге музейҙағы оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Сара күптән инде һәр аҙна тиерлек Нестеров исемендәге музей тарафынан ойошторолоп килә. Уның сиктәрендә экскурсия ҡаралған.
Хәбәр итеүҙәренсә, оҫталыҡ дәрестәре сиктәрендә, ҡала халҡы һыуҙа һүрәт төшөрөү техникаһын (эбру) үҙләштерә аласаҡ. Сарала ололар ҙа, балалар ҙа ҡатнаша. Программа төрлө мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы сараларҙы үҙ эсенә ала.
Музей Гоголь урамы, 27 адресы буйынса урынлашҡан. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 2721385.