М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында “Автор һәм традицион ҡурсаҡ үҫешенең тенденциялары” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола

М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество  музейында “Автор һәм традицион ҡурсаҡ үҫешенең тенденциялары” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола

17 ғинуар көнө М.В.Нестеров исемендәге художество  музейындың  Конференц залында  «Нестеров музейында Яңы йыл» күргәҙмәһе сиктәрендә , “Автор һәм традицион ҡурсаҡ үҫешенең тенденциялары” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола.

Түңәрәк өҫтәлде билдәле рәссамдар  Рәфиҙә Ғөбәйҙуллина һәм Ирина Хлесткина алып барасаҡ.

Сарала текстиль ҡурсаҡ оҫталары, Людмила Василькованың «Краснотал» халыҡ ижади клубында шөғөлләнеүселәр ҡатнашасаҡ.

Осрашыуға ҡул эшенә битараф булмаған барлыҡ теләүселәр саҡырыла. Башлана 15:00 сәғәттә. Инеү ирекле.

Шулай уҡ «Нестеров музейында Яңы йыл» күргәҙмәһе сиктәрендә  тағы ла саралар теҙмәһе:

20 ғинуар 12:00 сәғәттә  – «Бәләкәй Эстет» проекты 3 йәштән алып 6 йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрә.

24 ғинуар  15:00 сәғәттә –« Халыҡ традицион ҡурсағы нигеҙендә Алевтина Жариковонан (Мәскәү) автор ҡурсағы» исемле мастер-класс ойоштороласаҡ.

26 ғинуар 15:00 сәғәттә – «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме-ҡашмау. Традицияларҙы һаҡлау һәм заманса реконструкциялау” темаһына конференция уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb