М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәргә әҙерләнә

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәргә әҙерләнә

Февраль айы ап-аҡ бурандары менән генә түгел, ә М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры өсөн республикабыҙ ҡала һәм ауылдары буйлап уҙғарылған ҡышҡы гатролдәре менән дә үҙенсәлекле. Шуны ла билдәләргә кәрәк, быйылғы гастролдәр планы бик бай. Айҙың тәүге яртыһында, йәғни 10 февраль көнө Стәрлетамаҡ концерт – театр берләшмәһендә «Ҡаһым түрә» (Б.Бикбай, Х.Иргалин, режиссеры -О.Ханов, төп ролдә - Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров) драмаһы уйнала.

11 февраль 10.00 сәғәттә Салауат Башҡорт дәүләт драма театрына килгән кескәй тамашасыларҙы А.Толстой әҫәре буйынса «Алтын асҡыс» (Буратино) әкиәте көтә. Ә кисен өлкәндәргә театрҙың өр-яңы спектакле - Мөҙәрис Бағаев пьесаһы буйынса тулҡынландырғыс, ваҡиғаларға бай «Ике төш» драмаһы тәҡдим ителә. СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова билдәләүенсә, әҫәрҙең сюжет һыҙығы бик оригиналь, ваҡиғаларҙы героиня төш итеп күрә һәм был күренеш уға артабан йәшәргә, юғалтыуҙарҙы күтәрә алыуға көс бирә».
Ҡайтып бер - ике аҙна ял иткәс коллектив «Әбейүшкә@тущка.ru” (Р.Кинйәбаев, реж. И.Муллабаев) заманса комедияһы менән йәнә гастролгә юллана. 25 февралдә был комедия Баймаҡ ҡалаһында уйналһа, 26 февраль - А.Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә була. Спектакль сиктәрендә төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира Юнысова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитов яратҡан тамашасылары менән үҙҙәренең юбилейын да билдәләй.

27 февралдә инде «Әбейүшкә@тущка.ru” комедияһын Күгәрсен яҡтарында – Мораҡ ҡасабаһында көтәләр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb