М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ғаилә йылына арналған яңы социаль проект әҙерләй

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ғаилә йылына арналған яңы социаль проект әҙерләй

Республикабыҙҙың иң оло театрҙарының береһе – Башҡорт театры күп йылдар буйы рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып торҙо, шуға күрә лә Ғаилә йылында «Әсәләр өсөн күнекмә» тип аталған социаль проектын тормошҡа ашыра.

5 июндә 17.30 сәғәттән 18.00-гә тиклем М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда республиканың билдәле фитнесс-үҙәге белгестәре һауыҡтырыу өсөн гимнастика үткәрәсәк. Улар менән бер рәттән театр һәм

кино йондоҙҙары, танылған эстрада йондоҙҙары, телевидение алып барыусылары ҡатнашасаҡ.

Барлыҡ тамашасылар был матур сәләмәтлек акцияһында ҡатнаша ала. Был сара ваҡытығыҙҙы күңелле һәм файҙалы үткәрергә ярҙам итер.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb