М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында йәнә «Мулла» спектакле

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында йәнә «Мулла» спектакле

Театр 96 -сы ижад миҙгеленең икенсе яртыһына аяҡ баҫты. Йылды матур уңыштар, күтәренке кәйеф менән башлап ебәрҙе коллектив. Яңы йыл каникулдарында тамашасының олоһона ла, кесеһенә лә төрлө спектаклдәр тәҡдим итте.
16 ғинуар - сәхнәлә Туфан Миңнуллин псьесаһы буйынса «Мулла» драматик хикәйәһе. Был спектаклде бик күп тамашасыларыбыҙ, шул иҫәптән республиканың төрлө ҡала һәм райондары халҡы ла ҡарап өлгөрҙө. Шулай ҙа, репертуарҙағы был заманса йөкмәткеле, уйландырғыс әҫәрҙе ҡабат- ҡабат күрергә теләүселәр ҙә бихисап.
«Мулла»ла ваҡиғалар түбәндәгесә. Самат исемле бизнесмен ауылда мәсет төҙөтә. Тик унда берәү ҙә йөрөмәй. Күп уйлап тормай, Самат ауылға Әсфәндиәр исемле йәш кенә мулланы килтерә. Егет йәш, әммә тормоштоң асы - сөсөһөн етәрлек татып, тәүбәгә килгән. Хәҙер уның теләге - башҡаларҙы ла иманға өндәү. Тик булдыра алырмы икән?
Шуны ла әйтергә кәрәк, спектаклдә тамашасы был юлы яңы башҡарыусылар менән дә танышасаҡ. Мәҫәлән, йәш артист Морат Рафиҡов (Бәҙретдин), «Самрау» Балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре Илхан һәм Илназар Әхмәтйәновтар, Нәркәс Туҡаева.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb