М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры «Серле Ҡыш бабай» хәйриә акцияһын башлай

М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры «Серле Ҡыш бабай» хәйриә акцияһын башлай

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Серле Ҡыш бабай» яңы йыл хәйриә акцияһын иғлан итте. Акция 1 декабрҙән 25-енә тиклем бара.

Театр «Серле Ҡыш бабай» ролен башҡарып, балаларға әкиәт бүләк итергә тәҡдим итә. Бының өсөн Башдрамтеатр кассаһында Яңы йыл әкиәттәренә билет һатып алып, уны махсус йәшниккә һалып ҡалдырырға кәрәк. Артабан театр етәкселеге мөғжизәле билеттарҙы етемдәргә, социаль-реабилитация үҙәктәрендә тәрбиәләнеүселәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға бүләк итәсәк.

«Бәхетле булыр өсөн, кемделер бәхетле итер кәрәк, – ти беҙҙең «Бәхет хаҡы» спектаклендәге герой. Әйҙәгеҙ, Яңы йыл мәлендә балаларға бәхет, шатлыҡ өләшәйек, уларҙа мөғжизәгә ышаныу көсөн арттырайыҡ. Серле Ҡыш бабай булайыҡ!», – тип белдерҙе театрҙың реклама һәм маркетинг бүлеге етәксеһе Ирина Захарова.

Башҡорт драма театрында Яңы йыл тамашалары 21 декабрҙә башлана һәм 8 ғинуарға тиклем дауам итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb