Күптән түгел "Башҡортостан" дәүләт ТРК-ның "Рәсәй" медиаүҙәгендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 2017 йыл йомғаҡтарына бағышланған пресс-конференцияһы үтте. Сарала театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева, режиссерҙар Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм Айрат Абушахманов, театрҙың музыка бүлеге етәксеһе, композитор Урал Иҙелбаев, баш рәссам Альберт Нестеров ҡатнашты.
"Киләһе яңы йыл беҙҙең театр өсөн бик яуаплы йыл. Театрыбыҙҙың, репсубликабыҙҙың, Мостай Кәримдең йөҙ йыллығына теүәл бер йыл ҡала", - тине Олег Ханов.
2017 йыл да театр өсөн төрлө сағыу сараларға бай булды: яңы спектаклдәр, фестивалдәр (уларҙың ике ҙурын - "Театр яҙы" һәм "Туғанлығ"ты үҙебеҙ үткәрҙек), гастролдәр, юбилей кисәләре... Киләһе йылға пландар ҙа бихисап: Мостайҙың "Ташлама утты, Прометей!", испан драматургы Алехандро Кассонаның, йәш драматург Ангиза Ишбулдинаның пьесалары буйынса сәхнә әҫәрҙәре тыуырға тора.