Быйылғы миҙгелдең иң фәһемле , тетрәндергес спектакле - «Джут» ( Һуңғы йәйләү ) спектакле Хәйбулла районына гастролдәргә сыға. «Джут» Силәбе ҡалаһында «Театр кешеһе» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып Мәскәү,Санкт-Петербург сәнғәт белгестәренең юғары баһаһын алып та өлгөрҙө. Авторы ҡаҙаҡ егете, билдәле Рәсәй драматургы Олжас Жанайдаров. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, ҡуйыусы - рәссам -»Золотая Маска» Рәсәй фестивале лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре - Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илшат Яхин.
Тамаша 20 май - Аҡъяр мәҙәниәт йорто. 20.00 сәғәттә,
21 май- Буребай мәҙәниәт йорто. 20.00 сәғәттә,
22 май- Вәлит ауылы. 15.00 сәғәттә,
22 май - Маҡан мәҙәниәт йорто. 21.00 сәғәттә,
23 май - Иләс ауылында . 21.00 сәғәттә башлана
Рәхим итегеҙ!