М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрына билдәле рәсәй драматургы Олег Богаев килде

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрына билдәле рәсәй драматургы Олег Богаев килде

Кисә, 29 ноябрҙә рәсәй драматургы, Екатеринбург дәүләт театр институты доценты, «Урал» әҙәби-нәфис журналы мөхәррире Олег Анатольевич Богаев М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Хыялға ҡаршы» спектаклен ҡараны. Башҡорт дәүләт драма театрының рәсми сайтында Олег Богаевтың спектакль тураһындағы фекере теркәлгән. Айгиз Баймөхәмәтов -йәш журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала-саҡ” исемле китаптар авторы. “Ҡалдырма мине, әсәй!” повесы- М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелгән “Хыялға ҡаршы” спектакленең дауамы. Ҙур полулярлыҡ һәм билдәлелек яулап өлгөргән китап кеүек, спектакл дә публика һөйөүен тиҙ яуланы, шулай уҡ сит республика театрҙарында ла ҙур уңыш менән сәхнәләштерелде. “Хыялға ҡаршы” спектакленең инсценировкаһын Ангиза Ишбулдина яҙған. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән әҫәр тураһындағы фекерҙәре менән рәсәй драматургы Олег Богаев бүлеште: ”Спектакль, ысынлап та, уңышлы килеп сыҡҡан, рус телендә уйналмауы ғына ҡыҙғаныс. Был спектакль менән фестивалдәрҙә ҡатнашыу мотлаҡ. Һәр актер иҫтә ҡалырлыҡ ролдәр башҡара. Ә нисек тамашасы ҡабул итеүен күрһәгеҙ ине, залдағыларҙың тынлығын тота алдығыҙ! Бына шуның өсөн генә лә актер булырға кәрәк!” Иҫегеҙгә төшөрөп уҙайыҡ, ағымдағы йылдың 11-17 сентябрендә Бурятияның Улан-Удэ ҡалаһында III Халыҡ-ара милли театрҙар араһында уҙғарылғын «Алтын Һырға» фестивалендә “Хыялға ҡаршы” спектакле ике махсус премияға лайыҡ булды. Тәнҡитселәрҙең фекере менән танышырға теләүселәр ошо һылтанма буйынса үтегеҙ: http://kulturarb.ru/news/?ELEMENT_ID=74424&sphrase_id=17830. Түбәндәге һылтанма арҡылы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы, “Хыялға ҡаршы” спектакле һәм “Әкиәтһеҙ бала-саҡ” әҫәрҙәре тураһында ентекле мәғлүмәт алырға мөмкин: (http://prpsk.ru/archives/4850) Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb