5 октябрь көнө М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология йылы менән бәйле рәүештә, “Күңел экологияһы” тип аталған әҙәби кисә үткәрелде.
Кешелек донъяһының әйләнә-тирәләге мөхит, тәбиғәт менән үҙ-ара бәйлелеге, кеше күңеленең сафлығы, был күренештәрҙең төрлө быуын ҡәләм оҫталарының һуңғы осорҙа донъя күргән әҫәрҙәрендә нисегерәк сағылыш табыуын асыҡлау төп маҡсат итеп ҡуйылған был сарала Миләүшә Ҡаһарманованың “Бетерә шаршыһы” повесы, Мөнир Ҡунафиндың “Кешелеккә тоғролоҡ” хикәйәһе, Хисмәт Юлдашевтың “Һуҡмаҡ” йыйынтығына тигән шиғырҙары тураһында йәнле әңгәмә ҡоролдо.
Фекер алышыуҙа Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, күренекле прозаик, драматург, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, БР Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, күренекле шағирә Тамара Искәндәриә, йәш прозаик Гөлнара Мостафина, БР Милли әҙәбиәт музейы, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре бик әүҙем ҡатнашты.
Кисәне һәүәҫкәр йырсы Гөлгөнә Ырыҫҡолова башҡарыуындағы йырҙар тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Теләүселәр, “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре Раушания Солтаҡаева һәм Ваһапова Лена тәҡдим иткән китаптарҙы һатып алып, яҙыусыларҙан автографтар алды.