М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында шыршы байрамына арналған тамаша ойошторолдо

М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында шыршы байрамына арналған тамаша ойошторолдо

М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында шыршы байрамына арналған башҡортса әкиәт-тамаша ойошторолдо. Сарала баш ҡаланан һәм республиканың төрлө райондарынан дүрт тиҫтәнән ашыу бала ҡатнашты. Иң башта ҡунаҡтарҙы Милли әҙәбиәт музейының директоры Гөлдәр Моратова сәләмләне. 
Байрамға килеүсе йәш тамашасылар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ярҙамында башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп төҙөлгөн "Эт үҙенә нисек хужа тапты, йәки эт нисек йыл хужаһы булып киткән?" тигән тамаша күрһәтте. Шулай уҡ бәләкәстәр башҡортса шиғырҙар һөйләне, йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарҙы, ҡурайҙа ла уйнанылар. Төрлө маскалар кейгән кескәй ҡунаҡтар шыршы тирәләй элек-электән киң таралған "Шыршы-ҡупшы кейенгән", "Яңы йыл килә", "Ҡыш бабай менән ҡуян", "Тышта ҡар яуа" һ.б. йырҙарҙы яратып башҡарҙы. Байрам аҙағында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уларҙың һәр ҡайһыһына яңы йыл күстәнәсе тапшырҙы.

 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb