Мәктәп программаһына яңы фән индерелә. Мәҙәниәт министры Владимир Мединский Мәғариф һәм фән министрлығына Рәсәй киноһы тарихын уҡытыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән.
“Берҙәм Рәсәй” съезында Рәсәй киноһын популярлаштырыу өсөн мәктәптәрҙә дәрестәр алып барырға кәрәк, тип белдергән мәҙәниәт министры. Владимир Мединский фекеренсә, ул тарих һәм әҙәбиәткә өҫтәлмә программа булараҡ уҡытылырға тейеш. Министрлыҡта Рәсәй киноһы тарихы буйынса тейешле әсбаптар, видеодәрестәр әҙерләнгән. Мәктәптәрҙә Рәсәй киноларын бушлай күрһәтеү хоҡуғы ла юлланылған.