Мәктәп уҡыусылары өсөн “Мәҙәни шәмбе” акцияһы үткәрелә

Мәктәп уҡыусылары өсөн “Мәҙәни шәмбе” акцияһы үткәрелә

Рәсәй халыҡтарының йолаларын популярлаштырыуға бәйле йыл да үткәрелеп килгән “Мәҙәни шәмбе” акцияһы быйыл балаларҙың традицион уйындарына бағышлана. Шаян уйындар һәр халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтендә урын алған, улар көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө. Уйындар уйнап, балалар ваҡытын күңелле үткәреп кенә ҡалмай, ә ҡыйыулыҡҡа, таһыллыҡҡа ла өйрәнә. 24-30 июлдә балалар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең боронғо уйындары тураһында белә, шулай уҡ үҙҙәре лә ошо акцияға ҡушыла ала. Ҡатнашыр өсөн үҙең йәшәгән төбәктәге уйындар тураһында ролик төшөрөп, #игрыкдш хештегы ҡуйып, “Бәйләнештә” селтәрендәге шәхси сәхифәлә баҫтырырға кәрәк. Эксперттар уларҙың араһынан иң яҡшы утыҙын һайлап алып, улар "Культурадляшкольников.РФ" порталында баҫыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb