Мәләүез ҡалаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале уҙғарыла

Мәләүез ҡалаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале уҙғарыла

18-20 апрелдә Мәләүез ҡалаһында  Фәйзи Ғәскәров исемендәге VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале уҙа.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының  Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәләүез районы хакимиәте, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

Фестивалдә үҙешмәкәр халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Бәйгенең төп маҡсаты: бейеүҙә хореографияны, артислыҡ һәләтен, сәхнә мәҙәниәтен асыу.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тәүге сығыш урындағы традицияларға нигеҙләнергә, икенсеһе — сюжетлы-уйын халыҡ бейеүе, өсөнсөһөн коллектив етәксеһе һайларға йәки Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль репертуарынан булырға тейеш.

Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә иң яҡшы балетмейстер эше билдәләнәсәк. Танылған бейеүсе һәм балетмейстер, республиканың профессиональ балет сәнғәтенә һәм халыҡ хореографияһына нигеҙ һалған кешеләрҙең береһе Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған махсус приз булдырылған.

Ғаризалар 13 апрелгә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ҡабул ителә. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb