Мәсетле районы Ыҡтамаҡ ауылында төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы үтте. Бәйге алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Был күләмле сарала Башҡортостандан ғына түгел, шулай уҡ Татарстан, Хакасия, Саха (Яҡут) Республикаһынан, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Башҡортостан райондарынан барлығы 152 кеше ҡатнашты, шул иҫәптән 31 солист, 11 ҡумыҙсылар ансамбле һәм 7 өзләүсе. Башҡарыусыларҙың оҫталығы йылдан-йыл арта ғына.
Гран-при исеменә Өфө ҡалаһынан Заһир Зәйнетдинов лайыҡ булды.
Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһенең маҡсаты — башҡорт халҡының үҙенсәлекле музыка ҡоралын тергеҙеү, һаҡлау һәм пропагандалау, ҡумыҙ һәм өзләү сәнғәтен популярлаштырыу.
Был хаҡта тулыраҡ: http://rcntrb.ru/news/1630