Мәсетле районында урынлашҡан Ҡумыҙ музейы республика грантына эйә булды

Мәсетле районында урынлашҡан Ҡумыҙ музейы республика грантына эйә булды

Башҡортостанда мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы проекттарға Республика Башлығы Гранты бүленә. Грантҡа дәғүә итеүселәр араһында Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге тәҡдим иткән ҡумыҙ музейы проекты иғтибарға лайыҡ тип табылды.

90 мең һумға Мәсетле районында урынлашҡан учреждениены киңәйтеү, инструменттар коллекцияһын тулыландырыу күҙаллана.

Күп экспонаттарҙы халҡыбыҙҙың данлыҡлы ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдиновтың шәхси коллекцияһынан. Ул тапшырған музыка ҡоралдары Австрия, Швейцария, Япония һәм башҡа донъяның төрлө сәхнәләрен урап сыҡҡан.

Роберт Заһретдинов тәҡдиме буйынса ойошторолған музей йылдан-йыл байытыла килә. Уның башланғысы менән районда ҡумыҙсылар һәм өҙләүселәр конкурсы уҙғарыла. Музей әлегәсә төрлө төбәктән йыйылған оҫталар бүләк иткән музыка ҡоралдары менән дә тулылана. 

Ҡумыҙ музейында егерме биш илдән алып ҡайтылған ике йөҙ илленән ашыу экспонат иҫәпләнә. Музейҙа милли музыка ҡоралы тураһында китаптар, видеокассеталар тупланған. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb