Мәшhүр башҡорт бейеүсеhе Рәшиҙә Туйсинаға 75 йәш

Мәшhүр башҡорт бейеүсеhе Рәшиҙә Туйсинаға 75 йәш

Бөгөн танылған башҡорт бейеүсеһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған  һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә Туйсина 75 йәш!

Бейеү сәнғәтендә ижад итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтәhен дә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, мәшhүр башҡорт бейеүсеhе, hәр ваҡытта йәш hәм матур Рәшиҙә Туйсина менән сағыштырып өйрәнелгән. Ул үҙенең бейеүгә, сәхнәгә ғашиҡ булыуы менән ижадҡа тоғролоғон ғына түгел, ә техниканан тыш, рухың, йәнең башҡорт булыу кәрәклеген дә иҫбатланы. 

Ҡатын-ҡыҙҙың күңелендә hәр саҡ ете хис яна, тиҙәр: ул әле бер төрлө, әле икенсе төрлө, әйләнеп ҡараhаң, йәнә лә танымайhың. Fүмер юлын үткәндә, бәндә hынауҙарға дусар була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәшиҙә апай ниндәй генә ҡаршылыҡтар аша үтhә лә, беҙҙе башҡорт ҡатын-ҡыҙының бер сырайына өйрәтте. Ул ҡатын-ҡыҙ hәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, hәр ваҡыт алсаҡ, hәр ваҡыт матур, hәр ваҡыт тәбиғи hәм нәзәкәтле. 
Рәшиҙә Туйсина — 1942 йылдың 10 майында Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. 
Рәшиҙә 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғлан ишетә. Конкурста үҙә яратып бейегән «Заһиҙа»ны башҡара. Ансамблдең етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеү сәнғәтенең ынйыһы буласағын тоҫморлап ҡала һәм ансамблгә саҡыра. 
Бейеүсенең репертуарында «Заһиҙа», «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Шаян ҡыҙҙар» һ.б. бейеүҙәр бар. 
1968 йылда Рәшиҙә Туйсина ире Әнүәр Ишбирҙин һәм Салаут Дәүләтбаев менән Софияла Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. Фестивалдән Рәшиҙә Туйсина алтын миҙал алып ҡайта. Шул уҡ йылда Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелә. 
Мәскәүҙең Кремль һарайы, Франция, Һиндостан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан, Финляндия һ.б. илдәр тамашасылары алҡышлай. 
Башҡорт бейеү сәнғәтен юғары кимәлгә күтәргәне өсөн Рәшиҙә Туйсинаға Башкортостандың Салауат Юлаев исемендеге премияһы бирелә. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb