Мәшһүр йырсы, профессор Миләүшә Мортазинаның оло юбилейы. Уға- 90 йәш. 1926 йылдың майында Кушнаренко районы Баҡай ауылында донъяға килгән ҡыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә заводта эшләгәндә, концерт бригадаһы составында госпиталдәргә, хәрби частәргә йөрөй. Һуғыштан һуң ғүмер юлын сәнғәт менән бәйләй, консерваторияға уҡырға инә. 1950 йылдан алып йырлап ҡына ҡалмай, йырсылар ҙа тәрбиәләй башлай. Уҡыусылары араһында: Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Илфаҡ Смаҡов, Радик Гәрәев, Вәхит Хызыров, Флүрә Ноғоманова, Иҙрис Ғәзиев һәм башҡа бик күп сәхнә йондоҙҙары бар.