Мәшһүр йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыу уңайынан халыҡ-ара конференция ойошторола

Мәшһүр йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыу уңайынан халыҡ-ара конференция ойошторола

5 июлдә Өфөлә Конгресс холл бинаһында бөйөк дин әһеле, мәшһүр йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтың (25.03.1833 – 02.02.1917) тыуыуына 185 йыл тулыу уңайынан “Рәсәйҙәге традицион Ислам һәм Зәйнулла Рәсүлев” тип аталған Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты тарафынан халыҡ-ара конференция ойошторола.

Рәсәй төркиәтсеһе В. Бартольд Зәйнулла ишанды “башҡорт халҡының рухи остазы” тип атаған. Атаҡлы шәйех, ҡотоб-заман Зәйнулла Рәсүлев хаҡында бөтә донъяға танылған ғалим, башҡорт халҡының юлбашсыһы Зәки Вәлиди “Хәтирәләр”ендә: ” Кем белә, әгәр ваҡытында мөхтәрәм шәйехебыҙ Зәйнулла ишандың миңә ҡарата иғтибары һәм хуплауына лайыҡ булмаһам, ун биш йәшемдә мин дә, башҡа тиҫтерҙәрем һымаҡ, берәй сауҙагәргә ялланып, ябай приказчик булып китер инем. Ул миңә киң донъяға фатихаһын бирҙе”, –ти яҙа.
Башҡорт халҡының атаҡлы улы Зәйнулла Рәсүлевтың юбилей сараһын ойоштороуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй, Башҡортостан Диниә назараттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Учалы районы хакимиәте, Ислам бизнесының халыҡ-ара ассоциацияһы ҡатнаша.

Сара барышында Рәсәй мосолмандары менән бәйле көнүҙәк проблема определения хаҡында, Рәсәйҙә суфизмдың үҫешендә Зәйнулла ишандың роле тураһында һөйләшеүҙәр ҡаралған. Халыҡ-ара кимәлдәге конференцияға Үзбәкстан, Төркиә, Япония илдәренән ғалимдар ҡатнашыуы көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb