Мәскәү Кремле музейҙары фонды һәм Ҡорал палатаһы хазинаһын Өфөлә күреп була

Мәскәү Кремле музейҙары фонды һәм Ҡорал палатаһы хазинаһын Өфөлә күреп була

Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында уҙған быуаттарҙа ҡойолған булат ҡылыстар, батша кейемдәрен, атты парадҡа сығарғанда ҡулланылған предметтарҙы күрергә мөмкин буласаҡ. 18 декабрҙә күргәҙмәне асыу тантанаһы үтәсәк. Әлегә Мәскәү реставраторҙары баш ҡала музейында экспонаттарҙы урынлаштырыу менән мәшғүл.

Ҡорал палатаһының хазинаһы тәүге тапҡыр республика халҡы иғтибарына тәҡдим ителәсәк. Иран, Төркиә оҫталары ҡойған булат ҡылыстар, ҡалҡан һәм башҡа хәрби ҡоралдар - Мәскәүҙән барлығы 59 экспонат күргәҙмәгә килтерелә. Уларҙың күбеһе Рус батшаларына бүләк ителгән була. Дәүләт етәкселәренең парад кейемдәре лә музей ҡунаҡтарын хайран ҡалдырыр, тип көтөлә.

М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры Айрат Тереғолов әйтеүенсә,күргәҙмә 18 декабрҙән киләһе йылдың мартына тиклем эшләйәсәк. Тематикаһы - Рус батшалары һәм императорҙарының арсеналына арналған. Экспонаттарҙың күбеһе фондтарҙа һаҡлана һәм тәүгә Кремль музейҙарынан ситтә ойошторолған күргәҙмәгә ҡуйылған”.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb