Мәскәү тамашасыһы менән осрашыу матур тәьҫораттар ҡалдырҙы

Мәскәү тамашасыһы менән осрашыу матур тәьҫораттар ҡалдырҙы

Ошо көндәрҙә Туймазы театрының Мәскәү ҡалаһында гастролдәре уҙҙы. Коллектив башҡаланың Мюзик-холл бинаһында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы булдырған “Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙар” проекты сиктәрендә Хәбибулла Ибраһимов пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Еҙнәкәй” һәм Александр Коровкин әҫәре буйынса ҡуйылған “Түтәйҙәр” спектаклдәрен тәҡдим итте.

 Гастролдәрҙе Туймазы татар дәүләт драма театры директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирҙәт Фәрит улы Ғәбиҙуллин асты. Артистар көлкөлө сәхнә әҫәрҙәрен илһамланып тулы зал тамашасыға уйнаны. Мәскәүлеләр ижадсыларҙы ҡайнар алҡыштары менән ҡанатландырып, спектаклдәрҙе яратып, ихлас ҡараны. 
Театр һөйөүселәр араһында РФ Федераль Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова, “Заманса” продюсерлыҡ үҙәге директоры Ринат Харис улы Вәлитов, шағирә, “Бәллүр ҡәләм” журналистика премияһы лауреаты Нәзифә Харис ҡыҙы Кәримова, “Түтәйҙәр” комедияһының авторы Александр Анатольевич Коровкин да бар ине. 
Гастролдәр театр тарихы биттәрендә ҡалды, Мәскәү тамашасыһы менән осрашыу дәүерендә алған йылы, яҡты тәьҫораттар ижадсылар күңеленә матур хәтирәләр булып уйылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb