Мәскәү ҡалаһында Һабантуй уҙғарыла

Мәскәү ҡалаһында Һабантуй  уҙғарыла

2 июлдә Мәскәү ҡалаһының “Коломенское” музей заповеднигы биләмәһендә Һабантуй  уҙғарыла. Сарала Башҡортостан сәнғәт оҫталарының, башҡорт эстрада йондоҙҙарының, ижади коллективтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Майҙансыҡта тирмәләр менән “Башҡорт милли биҙәге” фольклор ауылы йәйелдереләсәк. Башҡортостанды быйыл Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондары күрһәтә.

Фольклор ауылы ҡунаҡтары 100-әр  йыл элек булған башҡорт тирмәһенең йыһаздары һәм башҡорттарҙың тарихы менән таныша аласаҡ. Шулай уҡ Мәскәү һабантуйында беренсе тапҡыр "Бәйге“ башҡорт күп йүнәлешле көрәш  буйынса ярыштар ҙа ойошторола.

Һабантуйға килеүселәр башҡорттарҙың мәҙәниәте, йолалары менән таныша ала: тирмәләрҙә төрлө йыһазы, көнкүреш әйберҙәре, халыҡ кәсептәре, кейеме, милли аш-һыуы сағылдырыла. Ихата биләмәһендә интерактив майҙансыҡтар ҙа эшләйәсәк, уларҙа солоҡсолоҡ, тимерселек эше, башҡорт биҙәүестәрен эшләү, декоратив сәнғәт урын аласаҡ.

Мәскәү һабантуйында Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле, “Хазина” этно-проекты, “Дәрүишхан” төркөмө, “Бишбармаҡ” оркестры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Рөстәм Шаһыбалов, Дияна Ишниязова, Азат Биксурин (ҡурай), Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Тимур Рамазанов, Салауат Мөхәмәдйәров, Марат Фәйзуллин, Зилиә Бәхтиева, Гөлшат Ғирфанова, Илдар Абдуллин, Әлфиә Ниғмәтуллина һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Һабантуй байрамы башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелгән.

Мәскәү һабантуйы – Мәскәү халыҡтарының байрамы. Был майҙансыҡта йыл һайын 250 меңдән ашыу кеше йыйыла. “Һабантуй-2022” илебеҙҙең мәҙәни һәм рухи йолаларының берҙәмлеген күрһәтә.

Йыл һайын Мәскәүҙә уҙғарылған Һабантуй үҙенең сиктәрен киңәйтә, уны ҡарарға теләүселәр һаны ла арта, шулай уҡ балаларына халыҡ йолаларын күрһәтеп үҫтереүселәр ҙә күбәйә. Мәскәүҙәге күләмле сараларҙың береһе - һабантуйҙа дөйөм ғаилә байрамы мөхите тойола.

Һабантуй 11 сәғәттә башлана.

Тантаналы асыу 13.00 сәғәткә билдәләнгән.

Адресы; Мәскәү ҡалаһы, Андропов проспекты, 39-сы йорт, “Коломенское” метроһы станцияһы.

Инеү ирекле.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb