Мәскәүҙә дөйөм ҡала һабантуйы үтте. «Коломенское» музей-ҡурсаулығы биләмәһендәге халыҡ байрамында бөтә Рәсәйҙән 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһына Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Лилиә Ғүмәрова етәкселек итте. Республика делегацияһы составында Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев, Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хакимиәттәре башлыҡтары булды.
Мәскәү һабантуйының төп сәхнәһендә халыҡ байрамын асыу тантанаһында Лилиә Ғүмәрова республика Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе.
- Һабантуй – Рәсәйҙең күп кенә халыҡтары быуаттар дауамында билдәләгән иң сағыу һәм яратҡан байрамдарҙың береһе. Уның рухи ҡиммәте – төрлө милләт кешеләренең үҙенсәлектәрендә, ҡунаҡсыллығында һәм туғандарса берләшеүендә. Ул тыуған еренә һөйөүен фиҙакәр хеҙмәте һәм көндәлек эше менән раҫлағандарҙы данлай. Бындай байрамдарҙы уҙғарыу иң яҡшы этномәҙәни традицияларҙы тергеҙеүгә, Рәсәй халыҡтары араһында дуҫлыҡты, татыулыҡты, берҙәмлекте нығытыуға булышлыҡ итә. Күп милләтле илебеҙ өсөн ошо ябай булмаған һынауҙар осоронда был сара бик мөһим, - тиелә сәләмләү хатында.
Артабан башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Башҡорт халҡының телен һәм мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән Мәскәү ҡалаһының «Башҡорт ҡоролтайы (конгресы)» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Башҡарма комитеты рәйесе Салауат Әхмәҙуллин һәм Рәсәй скульпторы, профессор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков билдәләнде.
Башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә индергән өлөшө өсөн тарих фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй халыҡтары тарихы һәм этник-ара мөнәсәбәттәр үҙәге етәксеһе Вадим Трепавлов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр буйынса департаменты етәксеһе Виталий Сучков «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Инга Йомашеваға күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек өсөн Департаменттың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған яҡташтарҙы бүләкләү тантанаһы шулай уҡ һабантуйҙың бәләкәй сәхнәһендә уҙҙы.
Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты рәхмәт хаты менән Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең милли мәҙәниәтте үҫтереү һәм йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү бүлегенең баш белгес-эксперты Мария Черных һәм Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппараттың биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы файҙаланыу бүлеге начальнигы Дмитрий Панченко билдәләнде.
Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, «Сәсән» этник мәҙәниәттәрҙе популярлаштырыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Әлфиә Әһиева һәм «Рәсәй ҡанаты аҫтында» йәмәғәт ойошмаһы президенты Анна Рубайло башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
«Сәсән» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының алдынғы солисы Рената Бәҙәмшина, «Уралконцерт» эстрада проектының төп солисы Луиза Кәримова, «Алтын Ай» Мәскәү башҡорт бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Ансар Исҡужин, Мәскәү ҡалаһының «Башҡорт ҡоролтайы (конгресы)» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағындағы этно-мәҙәни клуб уҡытыусыһы Айзирә Шәйхетдинова БР Мәҙәниәт министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнде.
- Мәскәүҙә үткән һабантуй йылдан-йыл киң танылыу яулай бара. Ике йыл онлайн форматта уҙғарылғанға күрә, бөгөн ул айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был ғәжәйеп байрамға 250 мең кеше килде. Хәҙер берҙәмлекте, уртаҡ тарихыбыҙҙы, милли ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау айырыуса мөһим. Илебеҙҙең күп милләтле халҡының изге, яҡты проекттар тирәләй берләшеүе бик яҡшы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең ижади коллективтарыбыҙ, Башҡорт ауылы мәскәүҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Байрамда иҫ киткес дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхите хакимлыҡ итә, - тип билдәләне Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Лилиә Ғүмәрова.
Мәскәү һабантуйында Башҡортостандың рәсми брендтары, шулай уҡ кейеҙ баҫыу, туҡыу станогында башҡорт балаҫын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Майҙансыҡ биләмәһендә Башҡортостан оҫталарының халыҡ художество кәсептәре йәрминкәһе, сувенирҙар, башҡорт милли кейеме, милли тәм-томдар - бал, сәк-сәк, бауырһаҡ, эремсек күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо. Этно-ауылда тәҡдим ителгән майҙансыҡтар: солоҡсолоҡ, тимерселек, башҡорт биҙәүестәрен эшләү һабантуйға килеүселәрҙә айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәскәү халҡы һәм ҡунаҡтары этник тирмәләр, арт-объекттар янында фотоға төшөргә сиратҡа теҙелде: айыуҙар, һыуһарҙар, бер метрлыҡ ҡырмыҫҡалар композицияһы, тирмән, арбалы ат ҙур популярлыҡ менән файҙаланды.
Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр буйынса департаменты етәксеһе Виталий Сучков Һабантуйҙы баш ҡаланың күләмле фестивалдәренең береһе тип атаны:
- Ошо майҙансыҡта беҙ кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәрен күрәбеҙ. Боронғо көнкүреш, милли мәҙәниәт менән танышыу, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеү бөтәһенә лә ҡыҙыҡ. Бында башҡорттар һәм татарҙар ғына түгел, бөтә ил халҡы йыйылған. Һабантуй – ул күп милләтле илебеҙ байрамы. Беҙҙә фестивалдәр бик күп, әммә һабантуй киң күләме менән айырылып тора. Йыл һайын байрамға 250 меңдән ашыу кеше килә. Кешеләр башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың мәҙәниәте менән таныша, милли музыка тыңлай. Был бик яҡшы.
Байрам ҡунаҡтары «Көршәк ватыу», «Тоҡ менән һуғыш», «Тоҡ менән йүгереү», «Көйәнтә һәм биҙрәләр менән йүгереү», «Йомортҡа менән йүгереү» кеүек халыҡ уйындарында ҡатнашты. Спорт һөйөүселәр "Таяҡ тартыу", "Тарт-эт" һәм "Арҡан тартыу" кеүек халыҡ ярыштары менән танышты, шулай уҡ көс һәм етеҙлектә ярыша алды. Халыҡ уйындарының был төрҙәре тәүге тапҡыр Мәскәү һабантуйында ҡатнашыусыларға тәҡдим ителде. «Бәйге» - Башҡортостанда быйыл тормошҡа ашырылған һабантуйҙың яңы форматтағы элементтарының береһе.
Мәскәү һабантуйына килеүселәр Башҡорт ырыуҙары картаһында халыҡтың тарихы менән дә таныша алды. Был тарихсыларҙың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең, этнографтарҙың һәм архивариустарҙың эш һөҙөмтәһе. Карта Рәсәйҙә традицион ҡиммәттәрҙе тергеҙеүҙә мөһим роль уйнай. Ата-бабаларыбыҙ хаҡында иҫтәлек, уларҙың тарихы – ул беҙҙең Рәсәй үҙаңының нигеҙе. Карта бер яҡтан башҡорттарҙың Рәсәй халыҡтары менән берҙәмлеген күрһәтә, икенсе яҡтан, шәжәрәләрҙе тергеҙеүҙә ярҙам итә.
Ике сәхнәлә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Хазина» этно-проекты, “Дәрүиш-Хан” төркөмө, «Бишбармаҡ» оркестры, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Шаһбалов, Дияна Ишниязова, Азат Биксурин (ҡурай), халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Морат Джанизаков, Тимур Рамазанов, Салауат Мөхәмәтйәров, Марат Фәйзуллин, Зилиә Бәхтиева, Илдар Абдуллин, Алиса Йомағәлиева, Гөлшат Ғирфанова, Әлфиә Ниғмәтуллина һәм башҡа эстрада йондоҙҙары ҡатнашты.
- Һабантуй - ул бөтә кешеләр осраша һәм ҡыуаныс кисерә торған байрам. Айырыуса был бөгөн Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн мөһим. Беҙ концерт программаһына яҡташтарыбыҙға Башҡортостанда үткән йылдарҙы хәтерләткән ретро-йырҙар һәм Мәскәүҙә уҡыған йәштәр өсөн заманса эстрада йырҙарын индерҙек. Халыҡтың күплеге байрамдың кәрәкле булыуы, кешеләрҙең ошондай сараны һағыныуы хаҡында һөйләй, - тине Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Мәскәү һабантуйы кискә ҡәҙәр дауам итте һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Илдар Абдуллин, Алиса Йомағәлиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, Алмаз һәм Рәфис Сирусиндар ҡатнашлығында йәштәр өсөн күңел асыу программаһы менән тамамланды. Башҡорт ауылы биләмәһендә ритайым уҙҙы, Мәскәү йәштәре «Бишбармаҡ» оркестры, Зилиә Бәхтиева һәм Марат Татурастың дәртле көйҙәренә бейене.