Мәскәүҙең "Коломенское" музей ҡурсаулығында һабантуй уҙғарылды

Мәскәүҙең "Коломенское" музей ҡурсаулығында һабантуй уҙғарылды

21 июлдә Мәскәүҙең "Коломенское" музей ҡурсаулығында һабантуй үтте. Был күркәм урында милли байрам һигеҙ элек ойошторола башлаһа ла, илебеҙ баш ҡалаһында һабантуй 30-сы тапҡыр уҙҙы.

Быйыл милли аш -һыу оҫталары Һабантуй ҡунаҡтарын 2018 килограмм ауырлыҡтағы күп ҡатлы сәк-сәк бешереп тәмле күстәнәс менән һыйланы.

 Байрам майҙанында Әбйәлил районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы делегацияһы бай йөкмәткеле программа тәҡдим итте. Ҡунаҡтар өсөн этнография экспозицияһы ҡуйылды, милли кәсеп өлгөләре, аш-һыу әҙерләү йолалары тәҡдим ителде, милли спорт ярыштары ойошторолдо.

Парк биләмәһенә 6 сәхнә ҡоролдо, унда төрлө сит илдәрҙең сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Мәскәү һабантуйында 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb